Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Май 2018, 06:26

Иң мөһим көн: бөгөн Башҡортостанда 18 мең тирәһе 11-се класты тамамлаусы математика буйынса БДИ тапшыра

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары өсөн иң мөһим көндәрҙең береһе – улар математика буйынса база кимәлендәге берҙәм дәүләт имтиханын яҙа. Был аттестат алыу өсөн уңышлы тапшырыуҙы талап иткән ике мотлаҡ фәндең береһе.

Имтихан иртәнге сәғәт 10-да башлана, ул 3 сәғәт дауам итә. 17,8 мең кеше өсөн 112 имтихан уҙғарыу пункты асыҡ була, тип мәғлүмәт бирҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны уңышлы тапшырыу һынауҙар исемлегендә математика булмаған юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу мөмкинлеге бирә.
БДИ-ла ҡатнашыусылар база һәм профиль кимәлен дә тапшыра ала.
Быйыл бөтә БДИ тапшырыу пункттары ла аудиторияларҙа шифрланған электрон йөрөтөү ҡулайламаһынан имтихан материалдарын баҫтырып сығарыу технологияһына күсте. Ул БДИ-ның мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тағы ла күтәрергә мөмкинлек бирә.
Бөтә имтихан ҡабул итеү пункттарында ла имтиханды уҙғарыу барышын Башҡортостан Республикаһында Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡтың йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм вәкилдәре күҙәтә.
Сығарылыш уҡыусылары киләһе имтиханды 1 июндә тапшыра, ул математика була (профиль кимәле).
Читайте нас