Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Май 2018, 06:00

Башҡортостан делегацияһы «Һаулыҡ йорто-2018» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

Ошо көндәрҙә Кисловодск ҡалаһында «Һаулыҡ йорто-2018» Бөтә Рәсәй форумы бара, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форумда республика шифахана-курорт кластерын «Янғантау», «Красноусол», «Яҡтыкүл», «Йәшел сауҡалыҡ», «Ассы», «Ҡарағай», «Йоматау», «Танып», «Талҡаҫ» кеүек учреждениелар таныштыра.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форумдың тәүге көнөндә пленар ултырыш уҙҙы. Унда Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сығыш яһаны. Вице-премьер республиканың рекреацион тармағын үҫтереү йүнәлештәре һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа шифахана-курорт ялының роле хаҡында һөйләне.
«Ғалимдар мәғлүмәттәренә ярашлы, өс йылға бер тапҡыр шифаханала ял итеү ғүмерҙе 5-6 йылға оҙайта, сирләү кимәлен кәметә, – тине Салауат Сәғитов. – Беҙ 2024 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереүгә ынтылабыҙ. Шифаханала һауыҡтырыу ялы – ошо маҡсатҡа ирешеүҙең реаль механизмы».
Вице-премьер һүҙҙәренсә, республика яңы шифаханалар төҙөүгә инвестициялар йәлеп итергә ниәтләй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, яңы шифаханалар потенциалы ике мең самаһы урын тәшкил итә. Әле төбәктә бөтәһе 44 шифахана эшләй, уларҙың унауһы – дәүләттеке. 2017 йылда уларҙа 400 мең кеше ял иткән.
Читайте нас