Беренсе Вьетнам космонавы Фам Туан «Красноусол» шифаханаһында ял итә, һауыҡтырыу процедураларын үтә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Ман менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.
– Быйыл йәй Башҡортостан-Вьетнам дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу сиктәрендә республикаға беренсе Вьетнам космонавы Фам Туан килергә тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Ул беҙҙең «Красноусол» шифаханаһында ял итә һәм һаулығын нығыта. Күп кенә космонавтар йыһанға осҡандан һуң ошо шифаханала ял итә, сәләмәтлеген тергеҙә. Шуға беҙ Фам Туанды көтәбеҙ.
Фам Туан – беренсе Вьетнам космонавы. 1979 йылда ул «Интеркосмос» совет программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Әҙерлек үткәндән һуң, 1980 йылдың июлендә «Союз-37», «Союз-36» караптарында һәм «Салют-6» станцияһында осошта ҡатнашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.