«Айыҡ Рәсәй» федераль проекты тикшеренеүселәре тәүгә ил субъекттары һөҙөмтәлелегенең наркотикка ҡаршы рейтингын төҙөгән. Башҡортостан был исемлектә 85 төбәктән 50-се баҫҡысты биләй.
Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, наркотикка ҡаршы рейтингында тәүге өс төбәккә Архангель өлкәһе, Чукотка автономиялы округы һәм Волгоград өлкәһе ингән. Сахалин, Еврей автономиялы өлкәһе һәм Приморье крайы «ҡыҙыл зона»ла урынлашҡан.
Наркотикка ҡаршы рейтингты төҙөгәндә «Айыҡ Рәсәй» белгестәре наркотик һәм психотроп матдәләрҙән ағыуланып үлгәндәр, ауырыуҙар; тыйылған препараттар ҡулланғандан һуң ҡылған енәйәттәр; законһыҙ наркотиктар әйләнеше менән бәйле административ хоҡуҡ һәм закон боҙоуҙар һанын иҫәпкә алған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.