Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Май 2018, 12:48

Рәсәй Гидрометүҙәге Башҡортостанда -5 градусҡаса ҡырау төшөүен фаразлай

Башҡортостанда -5° тиклем ҡырау төшөүе фараз ителә. Рәсәй Гидрометүҙәге хәүефле һәм насар һауа торошо күренештәренең бюллетенен таратты.
«Башҡортостанда 28 майҙа ямғыр, йәшен, ел секундына 17-22 метр, 29-30 майҙа ҡырау төшә (һауа температураһы -5° тиклем)», — тиелгән хәбәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, май айының һуңғы декадаһында Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Атап әйткәндә, 27 майҙа республикаға көслө ел килде, көндөҙ көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етте, ҡайһы бер райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-3° ҡырау төшөүе күҙәтелде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас