Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Америка Ҡушма Штаттарында «Гәүһәр лига»ның өсөнсө этабында көмөш миҙал яуланы. Бөрө егете 2,32 метр бейеклеккә һикерҙе. Катарҙан Мутаз Эсса Баршим – алтын (2,36), Ҡытайҙан Юй Ван бронза яуланы.
Был ярыштарҙа тағы бер Рәсәй егете Сергей Шубенков уңыш ҡаҙанды. Уның да ҡаршылыҡтар менән 110 метрға йүгереүҙә көмөш миҙал.
Рәсәй спортсылары Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһын сығарыу менән бәйле халыҡ-ара турнирҙарҙа нейтраль статуста сығыш яһай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова.