Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Совет спорты» студияһында булды һәм «Өфө» футбол клубының Европа лигаһына сығыуынан һуң Башҡортостанға яңы стадион кәрәклеге хаҡында хәбәр итте.
«Үҙебеҙ өсөн көтмәҫтән Премьер-лигаға сыҡҡас стадион хәстәрләй башланыҡ. Тәүге эш – «Нефтсе» стадионын яңыса ҡороу. Беҙҙе бөгөн был арена ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә яңы, ыҡсым стадион төҙөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул 40, 30 һәм хатта 20 мең дә түгел – яҡынса 15-17 мең кешелек буласаҡ. Беҙгә елдән, ҡарҙан, һыуыҡтан һаҡланырға кәрәк. Скандинавия илдәрендә шундайҙар 3-4 миллиард һумлап торғанын беләбеҙ, республиканың бындай мөмкинлеге бар. Был эште 3-4 йылда атҡара алырбыҙ тип ышанам».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» футбол клубы был миҙгелде Рәсәй футбол Премьер-лигаһының алтынсы баҫҡысында тамамланы һәм үҙенә Европа кубогы зонаһында урын алды. Әлеге мәлдә баш ҡала командаһы үҙендәге матчтарҙы «Нефтсе» стадионында уҙғара, уға 15 мең тамашасы һыя.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.