Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
17 Май 2018, 12:04

Башҡортостанда лабораторияла тикшерелгән талпандарҙың 2 проценты зарарлы булып сыҡҡан – Роспотребнадзор

Башҡортостанда 17 майға ҡарата медицина ойошмаларына талпан тешләү сәбәбе буйынса 1548 кеше мөрәжәғәт иткән. Ул уҙған йылдың шул уҡ осоронан 1,3 тапҡырға аҙыраҡ (2017 йылда – 1944).
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә талпандарҙы лаборатор тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, талпандарҙың 2 проценты вирус энцефалиты һәм талпан боррелиозы менән зарарланыуы асыҡланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта төбәктә талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас