Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Май 2018, 09:16

Өфөлә «Ғаилә изгелеге бумерангы» республика акцияһы башлана

Бөгөн, 14 майҙа, «Ғаилә изгелеге бумерангы» башлана. Акция республиканың барлыҡ райондарында үтәсәк. Сара барышында яңы кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ ҡулланылған балалар кейемдәре йыйыласаҡ.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мебель, сана, велосипед, ашау өсөн өҫтәл һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡабул ителә. Йыйылған әйберҙәр бер юлы ике һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Әгәр ҙә тауарҙар күп һанда йыйылһа, мохтаж булған ғаиләләләргә лә таратыласаҡ. Кәрәк-яраҡтар бар райондарҙың«Ғаилә» үҙәктәрендә ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 88003475000 телефон һандары буйынса белергә мөмкин. Билдәләп үтергә кәрәк, таҙа һәм төҙөк тауарҙар ҡабул ителә.
https://bash.news/news/41030_fl_ail_izgelege_bumerangy_respublika_akciyay_bashlana?lang=bash
Читайте нас