Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Май 2018, 15:43

Рөстәм Хәмитов Ҡариҙел районында юлды тәртипкә килтерергә ҡушты

10 майҙа граждандарҙы ҡабул иткәндә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Өфөлә йәшәүсе Екатерина Мураева Ҡариҙел райондағы туғандарының үтенесе буйынса Зуевка-Сыбыҡ юлында насар ремонт эшләнгәне хаҡында һөйләне.

10 майҙа граждандарҙы ҡабул иткәндә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа Өфөлә йәшәүсе Екатерина Мураева Ҡариҙел райондағы туғандарының үтенесе буйынса Зуевка-Сыбыҡ юлында насар ремонт эшләнгәне хаҡында һөйләне. Унан һуң кешеләр тышҡы донъянан айырылып ҡалды.
Былтыр «Өфөкран» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юл эшләүгә 12 миллион һумдан ашыу суммаға тендер отто. Екатерина Мураева һүҙҙәренсә, төҙөүсе юлды ҡалын балсыҡ һәм ҡом менән генә һипкән. Алдан Сыбыҡта йәшәүселәр нисек тә булһа унан үтә алһа, хәҙер ҡар ирегәндән һуң ауылға бер транспортта ла инеп тә, сығып та булмай. Яңыраҡ, бер кешене дауаханаға алып барыу өсөн тораҡ пунктынан тракторҙа сығырға алты сәғәт кәрәк булды.
Рөстәм Хәмитов телефон аша район башлығы Илдар Ғарифуллин менән бәйләнешкә инде һәм республика Хөкүмәте менән берлектә юл мәсьәләһен хәл итергә йөкләмә бирҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ килеп сыҡҡан хәлде, төҙөүсе эшмәкәрлеген өйрәнеүгә хоҡуҡ һаҡлау органдары йәлеп ителәсәген билдәләне.
«Башинформ».
Читайте нас