Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республика биләмәһендә ғәмәлдәге тәбиғи янғындар хаҡында мәғлүмәт баҫып сығарҙы. Идаралыҡ хәбәре буйынса, 11 майҙа иртәнге сәғәт 8-гә Белорет районының Ишле тораҡ пункты янында 9,4 гектар урман яна. Янғынды һүндереүгә һигеҙ кеше йәлеп ителгән, янғын һүндерелгән.
Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 165,71 гектар майҙанда 27 тәбиғи янғын сыҡҡан – былтырғыға ҡарағанда 170,74 гектарға аҙ. ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, тотош Рәсәй буйынса 63,6 мең гектар урман яна.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.