Владимир Путин Дмитрий Медведевтың кандидатураһын Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенә тәғәйенләүгә ризалыҡ биреү өсөн Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Дәүләт башлығы 7 майҙа Рәсәй Президенты вазифаһына ингәндән һуң шунда уҡ ҡарар ҡабул итте. Айырым указ менән Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә яңы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте булдырылғанға тиклем эштәрен дауам итергә ҡушты.
Дәүләт Думаһының контроль һәм регламент буйынса комитеты Рәсәй Президенты тәҡдим иткән Хөкүмәт Рәйесен тәғәйенләүгә Дәүләт Думаһының яҡындағы пленар ултырышы сиктәрендә Дәүләт Думаһы Советына ризалыҡ биреү мәсьәләһен тикшереү процедураһын әҙерләне һәм индерҙе.
Пленар ултырышта мәсьәне ҡарағанға тиклем Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе вазифаһына кандидаттың парламент фирҡәләре менән консультацияһы була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.