Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Май 2018, 07:27

Башҡортостанда 7 майға һауа торошо: 21 градусҡаса йылыта

Синоптиктар Башҡортостанда йәнә йылытыуҙы фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 7 майҙа, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа.

Синоптиктар Башҡортостанда йәнә йылытыуҙы фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 7 майҙа, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа.
«Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +11,+16°, көньяҡ буйынса +21°», — тип хәбәр итте метеорологтар.
Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер юл участкаларында күреү мөмкинлеге насарая – томанһыу 1-2 саҡрым.
Баш ҡалала һауа температураһы иртән +8 градус тәшкил итә, көндөҙ +13 градусҡаса йылыта. Яуым-төшөм булыуы шикле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас