Башгидромет Башҡортостан йылғаларында гидрологик хәлде күҙәтеүҙе дауам итә. Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә 18 сантиметрға күтәрелгән – 3 майҙа иртәнге сәғәт 8-гә һыуҙың кимәле 321 сантиметрға еткән. Стәрлетамаҡ эргәһендә үлсәүҙәр 49 сантиметрға артыуҙы күрһәткән (226 сантиметрға тиклем).
Шакша янындағы Өфө йылғаһы бер тәүлектә 360 сантиметрға күтәрелгән (+54 сантиметр). Бочкарев биҫтәһендәге Дим йылғаһында һыу кимәле 421 сантиметрға төшкән (-25 сантиметр). Йылғалар ярҙарынан сыҡмаған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.