Шәмбегә ҡарай төндә, 28 апрелдә, Башҡортостандың төньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
«Һауа температураһы төндә +1,+6 градус. Көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе һәм елдең көсәйеүе мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Башгидромет белгестәре.
Көндөҙ температура 13-18 , республиканың көньяғында 23 градусҡа тиклем йылы.
Өфөлә шәмбенең ямғырлы булыуы, ләкин ваҡыты-ваҡыты менән ҡояш ҡарауы көтөлә. Төндә һауа температураһы +2, +5, көндөҙ 13-16 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.