Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2018, 13:25

Һыуҙан һаҡ булығыҙ!

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:
Кеше 7 – 8 градуслыҡ һыуҙа 3 – 4 сәғәт тора ала. Был уның сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Һыуҙың йылылығы 3 – 4 градус булһа, унда 1,5 – 2 сәғәт ҡалырға мөмкин. Иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә.
Ҡапыл һыуға барып төшкән осраҡта, берәй нәмәгә тотонорға тырышып, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. 30 – 40 минут үткәс, кеше һалҡын һыуға ла өйрәнә башлай. Уны эске йылыһы һаҡлай.
Һыуҙа эске кейемде, бирсәткә, башлығығыҙҙы һалмағыҙ. Һәр кем белергә тейеш: тән йылыһының 40 – 60 проценты баш аша сыға. Шуға ла, башлыҡ еүешләнгән хәлдә лә, уны һалмаҫҡа кәрәк.
Һыуға эләккәс, тиҙ генә тынысланып, тирә-яҡты өйрәнегеҙ. Нимә яҡшыраҡ – һалҡын һыуҙа барлы-юҡлы көстө туплап ярға табан йөҙөргәме, боҙ киҫәгенә үрмәләп менеп булһа ла ярҙам көтөргәме?
Әгәр ярға үҙегеҙ сығырға ҡарар итһәгеҙ, бер ниндәй ҙә киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, даими рәүештә аяҡ һәм ҡулығыҙға массаж эшләп торорға онотмағыҙ.
Сите осло булған боҙҙарҙан һаҡланығыҙ.
Һалҡын һыу ҡандың ойошоу процесын түбәнәйтә, шунлыҡтан тәндә булған яралар туҡтамай ҡанай башлай. Йыш ҡына һалҡын һыу эсендә ҡалған кешеләр һыуыҡтан түгел, күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була.
Әгәр боҙға йәки берәй таҡтаға менеп ултырҙығыҙ, йә булмаһа, ярға йөҙөп барып еттегеҙ икән, тиҙ үк эске кейемдәрҙе һалып, һыуын һығығыҙ ҙа, шуның менән һөртөнөгөҙ. Кейемдәрҙе тағы ла бер тапҡыр һыҡҡандан һуң ғына кейегеҙ. Йоҡламаҫҡа! Әгәр ҡалтырана башлаһағыҙ, бик шәп, тимәк, организм үҙен йылыта.
Берәйһен һыуҙан тартып сығарған хәлдә, уға спиртлы эсемлектәр бирә күрмәгеҙ – был кешене һәләк итеүе ихтимал. Тәү сиратта кешегә ҡоро кейем кейҙерәләр һәм аяҡ-ҡулдарына массаж эшләйҙәр. Тәнде спирт менән ышҡыуҙың да әллә ни файҙаһы юҡ.
Ҡояш ҡыҙҙыра ғына! Май айы баштарына тиклем йылға-күлдәр буйында айырыу­са һаҡ булығыҙ.
Читайте нас