5-6 майҙа Башҡортостан уникаль автоспорт ваҡиғаһын – «Нуримандың 23 сәғәте» уҙышын ҡабул итә. Был трофи-рейд 2018 йылғы Рәсәй чемпионатының рейтинг этабы була.
Тамашасыларҙы һәм автоспортты үҙ итеүселәрҙе Нуриман районының Красный ключ ҡасабаһында көтәләр. Йүнәлеш – «Әкиәт» ял базаһы. Был юлы уҙыш спорт туризмы буйынса ярыштар менән бергә үтә, тип хәбәр итә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
«Ярыштарға махсус юлһыҙлыҡ шарттарына әҙерләгән тулы күсергесле автомобилдәр генә түгел, ә бөтә ерҙән үтә алған машиналар, коляскалы мотоциклдар сыға», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Уҙыш 5 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана, ә көндөҙгө сәғәт 2-лә спорт туризмы буйынса ярыштар старт ала.