Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2018, 06:28

Өфөлә «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе асыла

26 апрелдә Башҡортостандың Милли музейында «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе асыла (сувенирҙарҙа «Еңеү көнө» байрамы).

26 апрелдә Башҡортостандың Милли музейында «Һуғыш. Еңеү. Хәтер» күргәҙмәһе асыла (сувенирҙарҙа «Еңеү көнө» байрамы).
Коллекция Өфө коллекционеры Валерий Мальковтыҡы. Күргәҙмәгә Еңеү байрамына, Бөйөк Ватан һуғышының мөһим даталары уңайынан сығарылған эксклюзив сувенирҙар ҡуйылған. Улар металдан, фарфорҙан, быяланан эшләнгән.
Шулай уҡ 1965 йылдан алып Еңеү көнөнә арнап сығарылған юбилей миҙалдары, ваҡ пластика, вазалар, сәй сервиздары ла бар.
Еңеү көнө алдынан асылған күргәҙмә йәш быуынға халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас