Яҙҙың һуңғы календарь айына яҡынса һауа торошо фараздары билдәле булды. «Гисметео Өфө» сервис мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында май уртаһында термомерт бағанаһы +20 градус билдәһенә етәсәк. Әммә, синоптиктарҙың фараздары буйынса, йылы һауа торошо ай дауамында яуым-төшөм менән оҙатыласаҡ.