Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2018, 11:23

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләйҙәр

1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан Башҡортостанда төрлө саралар ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан Башҡортостанда төрлө саралар ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
8 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты була.
9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу уҙа.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына, Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостандың хәрби комиссариаты һәм Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы менән берлектә Өфөлә әлеге сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү бурысы йөкмәтелгән.
Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына республика биләмәһендә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнө менән ҡотлау открыткалары, шулай уҡ байрам сараһында ҡатнашыусылар өсөн саҡырыу билеттары әҙерләүҙе ойоштороу өсөн 444 мең һум күләмендә аҡса бүленә.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына Өфөнөң Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыуҙы ойоштороу өсөн 88,4 мең һум йүнәлтелә.
Республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәренә Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендәге хәрби комиссариаттар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән бергә һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскә һалыуҙы, Үлемһеҙ полк, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, мәҙәни саралар, фронтовиктарҙы һәм тыл эшсәндәрен, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡалған ҡатындарын тәбрикләүҙе ойошторорға тәҡдим ителгән.
Читайте нас