Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2018, 11:06

Дүшәмбенән төбәктә физик берәмектәрҙән һалым бурыстарын түләтеү буйынса рейдтар башлана

Башҡортостанда 16 апрелдән суд приставтары хеҙмәте менән берлектә һалым органдары бөтә республика буйлап бурыслыларҙан – физик берәмектәрҙән һалым түләүҙәрен түләтеү буйынса рейдтар башлай.

Башҡортостанда 16 апрелдән суд приставтары хеҙмәте менән берлектә һалым органдары бөтә республика буйлап бурыслыларҙан – физик берәмектәрҙән һалым түләүҙәрен түләтеү буйынса рейдтар башлай.
Бурыслыларға ҡарата аҡсаларҙы тартып алыу һәм мөлкәтте ҡулға алыу, транспортты махсуслаштырылған туҡталҡаға мәжбүри эвакуациялау буйынса саралар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Артабан ҡулға алынған мөлкәт баһаланасаҡ һәм бюджетҡа бурысты ҡаплау иҫәбенә һатыласаҡ.
Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, һалым түләргә «онотҡан» граждандарҙан йөкләмәләрен ваҡытында үтәүҙәрен һорайҙар.
1 апрелгә ҡарата, республикала милек һалымы буйынса бурыс 2,4 миллиард һум тәшкил иткән, уларҙан транспорт һалымы бурысы 67 проценттан ашыу – 1,6 миллиард һум.
Читайте нас