Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
13 Апреля 2018, 08:48

Быйыл май айында былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ буласаҡ – Рәсәй Гидрометүҙәк

Быйыл май айы былтырғыға ҡарағанда ярайһы уҡ йылыраҡ буласаҡ, тип һөйләне «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфанд. «Рәсәй гәзите» хәбәр итеүенсә, ләкин май айында көндәрҙең һыуытыуы һәм һауа температураһының түбән күрһәткестәргә тиклем түбәнәйеүе фаразлана тип билдәләне.

Алдағы көндөрҙә Рәсәй Үҙәге буйлап төндә һыуыҡ һәм көндөҙ аяҙ буласаҡ. Синоптиктар тиҙ йылытыуҙы вәғәҙә итмәй. Көндөҙ һауа температураһы +20 градусҡа етәсәк, төндә -5 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ.
Егерме градус билдәһе апрелдең өсөнсө декадаһында фараз ителә. Шул иҫәптән бөтә ил буйынса майҙың тәүге яртыһына саҡлы ҡар формаһында яуым-төшөм көтөлә.
Быйыл Рәсәйҙең Европа биләмәһендә ҡар һуңлап ирей башланы. Ғәҙәттә көсөргәнешле осор марттың һуңғы декадаһына тура килә. Ҡар 10 көндән, 20-25 апрелгә бөтөнләй иреп бөтә.
Ҡарҙың оҙаҡ иреүе һәм төнгө һыуыҡтар яҙҙың килеүен тотҡарламаҫ, тип белдерҙе Роман Вильфанд. Илдең Европа өлөшөндә йылы май фаразлана. Яҡынса баһалар буйынса, һауа температураһы норма тирәһе һәм унан юғары буласаҡ.
Гидрометүҙәк директоры автоһәүәҫкәрҙәргә ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе йәйгеһенә алмаштырырға ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. Баҡсасыларға сәсеү эштәре менән тағы бер ай көтөргә тине. Майҙың икенсе декадаһынан ҡырау төшөү хәүефе аҙыраҡ була.
Читайте нас