Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Март 2018, 06:16

Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң яңы корпусы быйыл төҙөлә башлай – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң яңы корпусын быйыл төҙөй башларға йөкләмә бирҙе. Был турала ул учреждениела булған саҡта белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң яңы корпусын быйыл төҙөй башларға йөкләмә бирҙе. Был турала ул учреждениела булған саҡта белдерҙе.
Төбәк етәксеһе бала табыу, «Әсә һәм бала» бүлектәрен ҡараны, йәш әсәләр менән аралашты һәм уларҙы яңы тыуған сабыйҙары менән ҡотланы.
Бала табыу йортоноң баш табибы Зөһрә Гурова бында йыл һайын 4-4,5 мең бала тыуғаны хаҡында һөйләне. Асылда Өфөләге һәр дүртенсе кеше ошо учреждениела тыуған. Һуңғы ваҡытта 1990 йылдарҙа «демографик соҡор» менән бәйле бәпесләү иҫәбенең кәмеүе күҙәтелә. Балалар үлеме күрһәткесе 2012 йылдан 4,4-тән 0,5 промиллегә саҡлы кәмегән.
Әлеге ваҡытта учреждениеға Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарында, шулай уҡ Иглин районында йәшәүсе 200 меңдән ашыу ҡатын беркетелгән. Киләсәктә бала табыу йортона Благовещен һәм Нуриман райондарында йәшәүселәрҙе беркетеү күҙаллана.
Баш табип һүҙҙәренсә, бала табыу йорто юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек биргән өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 130 койкаға иҫәпләнгән бина үҙе бөгөнгө талаптарға тап килмәй. Ул 1957 йылда төҙөлгән, ә капиталь ремонт тик бер тапҡыр – 1990 йылдар уртаһында эшләнгән. 2013-2015 йылдарҙа шулай уҡ стерилләү һәм операция-реанимация бүлектәре йүнәтелгән.
Хәҙерге бала табыу йортон яңыртыу менән яҡынса 10 мең квадрат метрлыҡ яңы корпусты төҙөү проекты әҙер, тип хәбәр итте Зөһрә Гурова. Эштәрҙең хаҡы яҡынса 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Яңыртыу эше йылына 5 меңгә тиклем ҡатынға бала табырға, шулай уҡ ғәмәлдәге дүрт урынлыҡ урынына ике урынлыҡ палаталар эшләп, бәпесләүсе ҡатындарға уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
— 2020 йылға төҙөлөштө тамамлау өсөн быйыл уҡ эште башлау зарур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бала табыу йортон заманға ярашлы итергә кәрәк.
Республика Башлығы өҫтәмә корпус төҙөү өсөн майҙансыҡты ҡараны һәм Хөкүмәткә кәрәкле финанслау менән тәьмин итергә ҡушты. Ошо ваҡыт эсендә бала табыу йорто ғәҙәти режимда эшләй, ә уны төҙөкләндереү эштәре яңы бинаны файҙаланыуға тапшырғандан һуң башлана.
Читайте нас