Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Март 2018, 06:02

Республиканы ҡар ҡатыш ямғыр ҡаплай

Башҡортостанда синоптиктар ҡар ҡатыш ямғыр яуыуын вәғәҙәләй. Бөгөн, 28 мартта, көндөҙ ямғырға күсеүсән ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы -1,+4 градус тәшкил итәсәк.

Кесе йома көндө яуым-төшөм дауам итәсәк. Төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, төньяҡ-көнбайыш буйынса, көндөҙөн урыны менән уртаса тиҙлектә ҡар яуыуы көтөлө. Еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8°, төньяҡ-көнбайыш буйынса -11,-16°, көндөҙ 0,-5°.
Эш аҙнаһының һуңғы көнөндә ҡар аҙыраҡ буласаҡ, ләкин һауа температураһы ярайһы уҡ түбәнәйәсәк. Төндә термомерт бағанаһы -13,-18°, айырым райондарҙа -23°, көндөҙ -2,-7°, таулы райондарҙа +2° күрһәтәсәк.
Читайте нас