25 марта Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу комплексында ауыр эҙемтәләргә килтергән янғын сыҡты. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре һөҙөмтәһендә 129 кешегә ярҙам күрһәтелде, 64 кеше һәләк булды. Әлеге ваҡытта алты кешене эҙләү дауам итә, туғандары әйтеүенсә, уларҙың сауҙа үҙәгендә булыуҙары ихтимал.
Матәм көнөндә ил биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагтары төшөрөлә.
Мәҙәниәт учреждениеларына һәм телерадиокомпанияларға күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарын күсерергә тәҡдим ителгән.
Дәүләт башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә илдең дәүләт власы субъекттары органдары менән бергә һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле саралар күрергә ҡушты.
Башҡортостанда театрҙар һәм концерт залдары тамашаларҙың, спектаклдәрҙең ваҡытын күсерҙе.