Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
27 Март 2018, 11:22

Владимир Путин Кемероволағы сауҙа үҙәге эргәһенә сәскәләр һалды

Рәсәй Президенты Владимир Путин шишәмбе иртә таңда Кемеровола янғын һөҙөмтәһендә 60-тан ашыу кеше һәләк булған «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгенә килде һәм фажиғә ҡорбандары иҫтәлегенә сәскәләр һалды.

Дәүләт башлығы кешеләр сәскәләр, йомшаҡ уйынсыҡтар һәм һәләк булғандарҙың фотоларын килтергән бинаның алғы яғындағы мемориалға раузалар гөлләмәһен һалды, тип хәбәр итә Интерфакс. Владимир Путин Рәсәй Президентының Себер федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Меняйло менән янған бинаның тышын ҡараны.
25 мартта Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыҡты. Янғынкино залдары урынлашҡан һәм йәкшәмбе көндө бик күп балалар булған һуңғы ҡатта сыҡты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғында 64 кеше һәләк булған, 12 кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙан 11 йәшлек бала ауыр хәлдә ята. Ҡалған зыян күргәндәрҙең хәле уртаса йәки еңелсә тип баһаланған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 25 мәйет танылған.
Читайте нас