Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март 2018, 11:19

Синоптиктар Башҡортостанда яҙҙың һәм йәйҙең нисек буласағын фаразланы: аномаль һыуыҡтар көтөлмәй

Башҡортостанда яҙғыһын аномаль һыуыҡтар булмаясаҡ. Синоптиктар уртаса күп йыллыҡ мәғәнәләргә яҡын температура режимын көтә. Вегетация осорона ихтималлы һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразын Башгидромет баҫып сығарҙы.

Башҡортостанда яҙғыһын аномаль һыуыҡтар булмаясаҡ. Синоптиктар уртаса күп йыллыҡ мәғәнәләргә яҡын температура режимын көтә. Вегетация осорона ихтималлы һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразын Башгидромет баҫып сығарҙы.
Анализға ярашлы, апрелдә һәм майҙа уртаса айлыҡ һауа температураһы норма сиктәрендә буласаҡ. Апрель өсөн ул республикала 3-5 градус йылы тәшкил итә. Майҙа уртаса һауа температураһы 10-14 градус буласаҡ.
Яуым-төшөм буйынса ла фараздар бирелгән. Апрелдә ямғырҙың норманан күберәк булыуы көтөлә. Синоптиктар яҙҙың икенсе айында республикала 20-40 мм яуым-төшөм яуыуы ихтимал тип иҫәпләй. Майҙа һәм йәй айҙарында яуым-төшөм норма сиктәрендә көтөлә.
Төбәк өсөн ғәҙәти булмаған һауа торошо июлдә фараз ителә. Башҡортостандың төньяғы буйынса температура фоны – норманан юғарыраҡ, ә республиканың көнсығыш райондарында яуым-төшөм күберәк буласаҡ.
Рәсәй Гидрометүҙәк эшләгән климат мәғлүмәттәренең анализы 69-72 процент ышаныс менән Рәсәй биләмәһенең ҙур өлөшөндә 2018 йылдың апрель-сентябрендә температура режимы уртаса күп йыллыҡ мәғәнәләргә яҡын көтөлә тигән һығымта эшләргә мөмкинлек бирә.
Читайте нас