Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март 2018, 06:24

Мишкә районында Науруз гөрләп үтте

Науруз менән яҙ килдеЯңы Ҡарас ауылында боронғо яҙ байрамы — Науруз гөрләп үтте. Сара ауыл халҡы, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ойошторолдо.

Науруз менән яҙ килде
Яңы Ҡарас ауылында боронғо яҙ байрамы — Науруз гөрләп үтте. Сара ауыл халҡы, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ойошторолдо.
Байрамға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән. Өҫтәл тәмле ҡоймаҡтар, сәк-сәк, ваҡ бәлеш, гөбәҙиә һәм башҡа милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Ринат Сафин сығыш яһап, милли традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Артабан сәхнәлә Ҡыш бабай менән Яҙһылыуҙың көс һынашыуы башланды. Һыуыҡ бабай ни тиклем генә көслө булмаһын, Яҙһылыу барыбер уны үҙенең зирәклеге, шаянлығы менән еңде. Ҡыш бабайҙы оҙатҡандан һуң сәхнәлә ауыл үҙешмәкәрҙәре һәм байрам ҡунаҡтарының сығышы башланды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар ойошторҙо. Яңы Ҡарас ауыл клубы хеҙмәткәре Мөсфирә Ҡазыханова байрамды йомғаҡлап, уны үткәреүҙә ярҙам күрһәткән хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарына, Мишкә Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сөнки дөйөм тырышлыҡ менән генә ошондай матур эштәр башҡарыла. Ә Яңы ҡарастар һәр ваҡыт берҙәмлеге, һәләтле булыуҙары менән айырылып торҙо.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас