Бөгөн күренекле яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева күркәм юбилейын – 75 йәшен билдәләй. Йөрәге илем, милләтем, телем тип типкән ил инәһен ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, именлек, аҡ бәхеттәр теләбеҙ!