Хөрмәтле асҡындар! Ҡәҙерле яҡташтар!
Һеҙҙе 11 апрелдә Өфө ҡалаһының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында (Гоголь урамы, 58) үтәсәк Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Асҡын районы сығышын ҡарарға саҡырабыҙ.
- Асҡын районы ойошторолоу тарихы һәм күренекле шәхестәр тураһында күргәҙмәләр;
- районда етештерелгән продукция һәм тауарҙар күргәҙмәләре;
- райондың үҙешмәкәр ижади коллективтарының байрам концерты.
Яҡташтар, тамашаға рәхим итегеҙ! Күргәҙмәләр 17:00 сәғәттән эшләй, ә концерт 19:00 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.