Башгидрометүҙәк синоптиктары фаразы буйынса, шаршамбы, 28 мартта, төбәккә йәнә ҡар килә. Епшек ҡар, ямғыр яуыуы ихтимал.
«Урыны менән көслө ел иҫеүе, еңелсә боҙлауыҡ булыуы, иртәнге сәғәттәрҙә юлдарға ҡар һырынтылары ятыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 4, -1°», — тип хәбәр итте метеорологтар.
Кесаҙна, 29 мартта, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ул еңелсә һыуыҡ арҡаһында барлыҡҡа килә: һауа температураһы 18 градусҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөм кәмей, ләкин дауам итә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, март аҙағында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбән булыуы күҙаллана.