Өфөлә рәссам Нина Сайкина (Агафонова) етәкселегендәге «Артфольклор» клубы бер нисә ижади проект өҫтөндә эшләй. Эш Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә алып барыла.
2020 йылдың йәйендә Өфөлә донъяның 60-тан ашыу иленән килгән артистар үҙҙәренең традицион музыкаһын тәҡдим итер тип күҙалллана. Был ваҡытта Өфө рәссамдары ҡала галереяларында төрлө этностарҙың фольклоры мотивтарына нигеҙләнгән әҫәрҙәр экспозицияһын күрһәтергә тейеш.
«Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәре» китабына иллюстрациялар төшөрөлә. Төрлө милләт халыҡтарының кесе йәштәге балалар өсөн «Йомаҡтар» буяу китабына рәсемдәр әҙерләү күҙаллана. «Боронғо һүҙҙәр һүҙлеге»нә киндерҙә майлы буяуҙар менән менән матур башбиҙәктәр яһала.
Бына тыш, танылған Өфө рәссамдары 2020 йылда фольклор мотивтары менән бәйле шәхси күргәҙмәләреән ойоштора. Әлеге проектта ҡатнашырға һәм хеҙмәттәшлек итергә әҙер йәмәғәтселек вәкилдәренең яҡынса составы бар.