Башҡорт теленең, Башҡортостандың киләсәге – балаларыбыҙҙың башҡорт булыуында! Ә һеҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө бармы? Сабыйҙар туған телен өйрәнәме? Беҙҙә бының өсөн мөмкинлек булдырылмаған, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Ул мөмкинлек бөгөн һеҙҙең, ата-әсәләрҙең, ҡулында! Иң ғәзиз, һөйөклө кешебеҙҙе – сабыйыбыҙҙы балалар баҡсаһына тапшырабыҙ икән, уның өсөн баҡсала туған мөхит булдырыуҙы ла талап итәйек. Сөнки быға хаҡыбыҙ бар! Башҡорт теле Башҡортостанда өйрәнелмәһә, тағы ҡайҙа был хоҡуғыбыҙҙан файҙалана алабыҙ һуң?
Инанығыҙ, балалар баҡсаһында сабыйҙарыбыҙ үҙ телендә тәрбиә алһын өсөн бер кәртә лә юҡ! Бары ғариза яҙырға, туған телдә белем биреүҙәрен талап итергә генә кәрәк.
Туған телеңә, моңоңа, халҡыңа һөйөү кескәйҙән һалына. Әгәр беҙ балалар баҡсаларында сабыйҙарҙың телен ҡырҡыуға юл ҡуябыҙ икән, бер нисә быуындан һуң милләт булараҡ һаҡланып ҡала алырбыҙмы? Ил, тел, милләт киләсәге атай-әсәйҙең аҡылына, зиһен тәрәнлегенә, аң кимәленә бәйле. Халыҡ бит ул ниндәйҙер абстракт төшөнсә түгел, ә әсәй итәгендә, атай етәгендә үҫкән балаң.
Сабыйҙарҙы сит мөхиткә биреү милләтте юғалтыуға тиң. Туған телде яҡлау һәм һаҡлауҙың бер генә юлы бар – ғариза яҙыу! Әйҙәгеҙ ғариза яҙайыҡ та башҡорт төркөмдәре булдырайыҡ!
Ауыл ерендә – 20, ҡала ерендә ғаризалар һаны 25-кә тулһа, башҡорт төркөмө асыуҙан баш тарта алмайҙар. Ышаныслыраҡ булһын өсөн, ғаризаларҙың күсермәһен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ебәрергә кәрәк. Урында ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә алмаған осраҡта, Ҡоролтай ярҙамға килер.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Ата-әсәләр, берҙәм эш итәйек.
Источник: https://vk.com/ik_vkb