Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март 2018, 10:54

Баш ҡалала рәсми рәүештә педагогик оҫталыҡ конкурсы башланды

Һөнәри оҫталыҡ байрамы – шулай тип бөгөн, 26 мартта, рәсми асыу тантанаһында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсын бер нисә тапҡыр атанылар. Быйыл унда 188 кеше – конкурстың муниципаль этап еңеүселәре ҡатнаша.

Һөнәри оҫталыҡ байрамы – шулай тип бөгөн, 26 мартта, рәсми асыу тантанаһында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсын бер нисә тапҡыр атанылар. Быйыл унда 188 кеше – конкурстың муниципаль этап еңеүселәре ҡатнаша.
Иң яуаплы һынау – асыҡ дәрестәрҙе уҡытыусылар уҙған аҙнала үткәрҙе. Бөгөн уларҙың күбеһе билдәләгәнсә, был иң етди этап, сөнки балалар менән аралашыуҙан тыш бер нимә лә уҡытыусыны шулай асып бирмәй. Асыҡ дәрескә, уҡыусылар менән башҡа осрашыуҙарға кеүек, айырыуса әҙерләнергә кәрәк.
Уҡытыусылар оҫталығы бәйгеһен асыу тантанаһы көндө конкурсанттар эссе яҙҙы.
27-28 мартта – оҫталыҡ дәрестәре; 29 мартта – «Мәғариф проекты» конкурс эше; 30 мартта «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» үтә.
Шәмбе, 31 мартта, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы»н атайҙар.
29-30 мартта конкурс сиктәрендә «Тамашасылар һөйөүе бүләге» номинацияһы буйынса онлайн-тауыш биреү була. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының социаль селтәрҙәге рәсми сайтында 30 мартҡа киске сәғәт 6-ға тиклем тауыш бирергә мөмкин.
Республиканың Дәүләт Думаһы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, уҡытыусыларҙы сәләмләп, уларға иң яҡшы сифаттарын күрһәтеүҙәрен, һәр бәйгеселә булған баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тәжрибә менән уртаҡлашыуҙарын теләне.
«Элек-электәге кеүек, илебеҙ һәм балаларыбыҙ яҙмышы бөгөн дә уҡытыусылар, мәғариф системаһы ҡулында, — тине Эльвира Айытҡолова. — Беҙҙең үҫеп килгән быуын ата-әсәләргә генә түгел, уҡытыусыларға, көн һайын мәктәптә осрашҡандарға ҡарата юғары талаптар ҡуя. Беҙҙең бурыс – ҡыҙыҡлы булыу, хайран ҡалдыра белеү, һәр көн эшкә байрамға барған кеүек барыу өсөн, бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҙең өсөн илһам сығанағын табыу».
Читайте нас