Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март 2018, 07:44

Асҡындар Бөрөлә фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаша

Бөгөн, 27 мартта, БДУ-ның Бөрө филиалында күренекле башҡорт әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтә. Унда Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре 2017 йылға йомғаҡлау доклады менән сығыш яһай.

Бөгөн, 27 мартта, БДУ-ның Бөрө филиалында күренекле башҡорт әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтә. Унда Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән башҡорт ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре 2017 йылға йомғаҡлау доклады менән сығыш яһай. уҡ сара сиктәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Һәҙиә» шиғри театры премьераһы була. Конференция аҙағында яҙыусының бюсына сәскәләр һалыу, музейына һәм уҡыу йорто картиналар галереяһына экскурсия ҡаралған.
Сарала Асҡындан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фоат Фәтхуллин етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан торған делегация ҡатнаша.
Илһөйәр Махатова.
Сулпан Ғилметдинова фотоһы.
Читайте нас