Владимир Путин янғында һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләй. Дәүләт башлығына Кемерово өлкәһендәге фажиғә хаҡында хәбәр ителгән.
Президентҡа булған хәл хаҡында бөтә ентекле мәғлүмәтте гражданлыҡ оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы эҙемтә һөҙөмтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министр Владимир Пучков һәм Кемеров өлкәһе губернаторы Аман Тулеев үҙ докладтарында еткерҙе.
Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына кисектергеһеҙ фажиғә урынына осорға һәм көстәрҙе, сараларҙы тейешенсә мобилизациялау буйынса бөтә кәрәкле саралар ҡабул итергә ҡушты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өҫтәмә көстәре, шул иҫәптән кәрәкле роботехника, пилотһыҙ авиация һәм башҡа ҡорамалдар Красноярскиҙан һәм Мәскәүҙән йәлеп ителәсәк.
Шулай уҡ зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү һәм медицина кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү буйынса тейешле йөкләмәләр бирелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Кемерово сауҙа үҙәгендә янғында 37 кеше һәләк булған, уларҙы таныу бик ауыр. Яҡынса, уларҙың араһында туғыҙ бала бар. Туғандарының ғаризалары буйынса, 64 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.