Өфөләге 104-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Садиҡова Ҡазанда «Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы булды. Еңеүҙе ул Татарстандағы коллегаһы Илмира Әбсәләмова менән бүлеште. Былтыр Венера Садиҡова Өфөлә һөнәри оҫталыҡ конкурсында ошо номинацияла еңеү яулағайны.
Ҡазанға финал этабына Рәсәй төбәктәренән 26 уҡытыусы килде. Улар асыҡ дәрес, методик семинар, педагогик совет кеүек һынауҙарҙы үтеп, үҙ проекттарын яҡланы.
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенә «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2018» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы барышында йомғаҡ яһалды. Унда 15 кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәләр буйынса Ҡазандағы 1-се татар гимназияһында эшләгән физик Радик Хәбиров абсолют лидер тип танылды.