Быйыл Ағиҙел һәм Өфө йылғалары бассейнындағы ҡар ҡатламындағы һыу запасы норманан 49% аҙыраҡ, тип хәбәр итте баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала хеҙмәттәре төрлө хәлдәргә әҙер — ташҡынға ҡаршы 28 штаб, 12 күҙәтеү посы, 54 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған.
«Ҡарҙың бейеклеге уртаса 35 миллиметр самаһы тәшкил итә, был норманан 49% аҙыраҡ. Уңайһыҙ шарттарҙа йылғаларҙа һыуҙың яҡынса 4-5 метрға күтәрелеүе мөмкин, ләкин йорттарға һыу баҫыу хәүефе янамай. Әгәр һыуҙың кимәле 5,2 метрҙан ашыуға күтәрелһә, Дим районындағы Романовка һәм Ленин районындағы Козарез урамы араһындағы автомобиль юлы һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал», — тине Рәсим Абдуллин.