Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
20 Март 2018, 12:15

Мишкә районының Татарбай ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелде

Татарбай ауылында 236 йорт иҫәпләнә, 450 кеше йәшәй. Фәүзи Ғарипов исемендәге туғыҙ йыллыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөм ойошторолған. Ауылда клуб, китапхана, элемтә бүлеге эшләй, магазин, ике мәсет бар.

Татарбай ауылында 236 йорт иҫәпләнә, 450 кеше йәшәй. Фәүзи Ғарипов исемендәге туғыҙ йыллыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөм ойошторолған. Ауылда клуб, китапхана, элемтә бүлеге эшләй, магазин, ике мәсет бар. Кабелле телевидение үткәрелгән, кәрәҙле элемтә бар. Ә бына әлегә тиклем газ тураһында татарбайҙар хыялланды ғына.
Марттың был сағыу көнө ауыл халҡы өсөн ысын байрам булды — сөнки газ үткәреүҙе бында күптәндән көттөләр. Беренсе көндә үк биш йорт хужаһы “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡуллана ла башланы. Халыҡ менән аңлатыу эштәре үткәрелде, улар тәбиғи газ ҡулланыу буйынса инструктаж үтте. Алдағы көндәрҙә тағы ла ун өйгә, ә йыл аҙағына тиклем — 50 йортҡа газ үткәреләсәк.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас