Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Март 2018, 12:32

Халҡы өсөн янып йәшәне...

Бөгөн күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин һәм «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың (25 октябрь 1911 — 19 март 1968) вафат булыуына 50 йыл.

Тыуған иленә, халҡына, уның әҙәбиәтенә, айырыуса фәненә титаник хеҙмәт күрһәткән Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ғүмере, бер мәлдә генә күк көмбәҙен һыҙып үткән метеор кеүек, ҡыҫҡа булды. Ҡыҫҡа, ләкин ифрат мәғәнәле, тос йөкмәткеле һәм мәңгелек: кеше ғүмеренең оҙонлоғо үтелгән юлдарҙың, йәшәлгән йылдарҙың күплеге менән түгел, бәлки шул йылдар һуҙымында башҡарған эштәренең күләме, асылы һәм әһәмиәте менән билдәләнә бит. Тап ошоноң менән Ж.Ғ. Кейекбаев халыҡ күңелендә уның дан-мәртәбәһе, ғорурлығы булып мәңгелеккә урын алды.
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың башҡарған ғилми-әҙәби эштәре – бер башҡорт халҡы өсөн генә түгел, күп кенә туғандаш халыҡтар өсөн дә ғорурлыҡ тойғолары, яңы фекер-ҡараштар, идеялар уятырлыҡ көслө илһам сығанағы булды һәм булып ҡала. Улар беҙҙең өсөн тыуған ереңде, туған халҡыңды һәм телеңде һөйөргә өндәр рухи аманат булып тора.
Читайте нас