Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален үткәреү программаһы билдәле булды. Фестиваль саралары Өфө амфитеатрында 8-12 июндә үтә. Алдағы йылдарҙағы кеүек, баш ҡала халҡын һәм уның ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле һәм төрлө-төрлө программа көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
8 июндә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән «Симфоник төн» үтә.
9 июндә фестивалде «Этнотөн» һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме байрамы дауам итә.
10 июндә Йәштәр симфоник оркестры үҙ «Симфоник төн»өн тәҡдим итә.
11 июндә «Ufa-KuraiFest» проекты менән республиканың төбәк бренды – ҡурай фестиваль кисәһенең төп геройы була.
12 июндә фестиваль марафоны ғәҙәттәге гала-концерт менән тамамлана.
Ағымдағы йылда «Евразия йөрәге» III халыҡ-ара сәнғәт фестивале Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын алды.