«Әсәйем иртәнсәк, төнгө сменанан һуң Баймаҡтан ҡайтып килгән. Сибай һәм Баймаҡ районың Моҡас ауылы араһындағы юлда ул крокодилға оҡшаған нимәнелер күреп ҡалған, әммә уны боҙ киҫәгелер тип уйлаған. Икенсе көн иртәнсәк ғаиләбеҙ менән Сибайға барырға сыҡтыҡ, «боҙ киҫәге» шунда уҡ ята ине. Беҙ ҡарарға тип туҡтаныҡ, ул туңған крокодил булып сыҡты. Ҡойроғоноң яртыһы, артҡы тәпәйҙәре лә юҡ ине. Үҙебеҙ менән алып торманыҡ, әммә шуныһы ҡыҙыҡ, киләһе көн ул унда юҡ ине. Йә эттәр алып китте, йә башҡа кешеләр табып алды», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.