Шишәмбе, 13 мартта, Өфөлә Затон йылылыҡ электр үҙәген файҙаланыуға тапшырҙылар. Ул 2008 йылда уҡ төҙөлә башлай, әммә һуңынан инвестицияларҙы ҡайтарыу механизмы булмау сәбәпле туҡталып ҡала. Эштәр «Башкирэнерго» бүленгәндән һуң яңыра. 2014 йыл аҙағында Башҡортостан энергия бүлеү компанияһы ингән «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡортостан Рәсәй хөкүмәте менән Үрге Тагил дәүләт район электр станцияһынан Затон йылылыҡ электр үҙәгенә ҡеүәттәр биреү тураһындағы килешеү сиктәрендә энергия блоктары төҙөлөшөн күсереү хаҡында килеште. Шулай итеп, республика ҡеүәтле элетр станцияһына эйә булды, ундайҙар төбәктә 40 йылдан ашыу төҙөлмәгән.