Өфөлә Көньяҡ автовокзалды Сик урамына, «Мега» сауҙа үҙәге тирәһенә күсереүҙәре ихтимал. Ошо хаҡта 13 мартта «КоммерсантЪ-Башҡортостан» баҫмаһының матбуғат конференцияһында ҡала транспорт идаралығының ташыуҙы ойоштороу бүлеге етәксеһе Альберт Сәфәров хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, Санкт-Петербург транспорт системалары институты белгестәре Өфө өсөн яңы пассажирҙар ташыу моделен эшләгән. Унда өр-яңы транспорт инфраструктураһын үҫтереү варианттары, улар араһында Көньяҡ автовокзалды баш ҡаланың ситенә – Сик урамына күсереү ҙә бар. Ошо моделгә ярашлы, шулай уҡ ҡабатланған һәм законһыҙ маршруттарҙы бөтөрөү, Октябрь проспектын бушатыу, транспорттарҙың бер өлөшөн Блюхер, Зорге урамдарына күсереү күҙаллана.