Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Март 2018, 06:24

Өфөлә «Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» III республика матурлыҡ конкурсы үтә

Өфөлә өсөнсөгә «Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» республика матурлыҡ конкурсы үтә. Проектта ҡатнашыу өсөн юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары саҡырыла.

Өфөлә өсөнсөгә «Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» республика матурлыҡ конкурсы үтә. Проектта ҡатнашыу өсөн юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары саҡырыла.
Бәйгелә Башҡортостандың юғары йәки урта махсус белем биреү йортонда белем алыусы,16-25 йәштәге буйы 165 сантиметрҙан кәм булмаған, кейәүгә сыҡмаған, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған һәм социаль әүҙем булған ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Ғаризалар «Башҡортостандың иң гүзәл студенты» билдәһе менән missbashkortostan@mail.ru тигән рәсми почтаға ҡабул ителә. Хатта фамилияңды, исемеңде, атайыңдың исемен, юғары уҡыу йортон, йәште, буйыңды, телефон һандарын яҙырға һәм бер нисә иң яҡшы фото беркетергә кәрәк.
«Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» конкурсының ғәйәт ҙур финалы Өфөлә 25 апрелдә Башҡорт драма театрында була. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр һәм студенттарҙың ҙур-ҙур сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге көтә.
«Башҡортостандың иң гүзәл студенты» исеменә дәғүәселәрҙән ғаризалар 4 апрелгәсә ҡабул ителә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына проект кураторы Луиза Зәкирйәнова.
Читайте нас