21 мартта Өфөлә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Мәғариф министрлығы республиканың Профсоюздар федерацияһы менән берлектә II Балалар өсөн турҙар һәм юлламалар йәрминкәһен ойоштора.
Унда Башҡортостандағы балалар һауыҡтырыу лагерҙарынан һәм туроператорҙарҙан яҙғы-йәйге миҙгелгә тәҡдимдәр менән танышырға мөмкин.
Йәрминкә Профсоюздар йортонда иртәнге сәғәт 10-да башлана. Адресы: Киров урамы, 1. Сара барышында балалар туризмын ойоштороу һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләренә, төбәк-ара әһәмиәттәге программаларҙы үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү күҙаллана.