27 йәшлек Башҡортостан саңғысыһы Эрнест Яхин спорт карьераһында тәүге тапҡыр Кубок этаптарының почет пьедесталына күтәрелде. Яҡташыбыҙ саңғы икеалышы буйынса Рәсәй йыйылмаһы составында Түбәнге Тагилда Континенталь кубокта көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта Саңғыла трамплиндан һикереү һәм саңғы икеалышы федерацияһы хәбәр итә.
Яхин 99 метрға һикереп, 28-се урындан икенсегә күтәрелде. «Алтын» һәм «бронза» — Австрия спортсылары Бернхард Флашбергерҙа һәм Пауль Герштгразерҙа.
Әлегә был Эрнест Яхиндың кубок өсөн сығыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтәһе. Бынан алда республика спортсыһы алтынсы урындан юғарыраҡ күтәрелгәне юҡ ине.