Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2018, 08:44

Өфөлә башҡорт телендә китап йыйыу буйынса акция иғлан ителгән

Өфөлә башҡорт телендә китап йыйыу буйынса акция иғлан ителгән. Акцияны башлап ебәреүсе – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте. Йыйылған әҙәбиәт күрше Силәбе өлкәһенә, башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарға йүнәлтеләсәк.

Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәүселәр, тәү сиратта, уҡыу әҙәбиәтендә мохтажлыҡ кисерә. Шулай уҡ башҡорт авторҙарының нәфис әҙәбиәте ла ҡабул ителә. Китаптарҙы Ленин урамы, 56 адресы буйынса Халыҡтар дуҫлығы йортондағы 5-се бүлмәгә килтерергә мөмкин.
Читайте нас