Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2018, 13:34

Был аҙнала Башҡортостанға яҙғы йылы килә

Был аҙнала Башҡортостанға марттың ошо осорона хас яҙғы йылы килә. Һауа температураһы әкренләп нормаға яҡынлаша, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.

Был аҙнала Башҡортостанға марттың ошо осорона хас яҙғы йылы килә. Һауа температураһы әкренләп нормаға яҡынлаша, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Марттың тәүге яртыһында уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 3-6 градусҡа түбәнерәк булды, 13 мартҡа тиклем ошондай һалҡын һауа торошо һаҡлана. Был көндә төнгө сәғәттәрҙә -19,-24, урыны менән -30, көндөҙ -8,-13 градус булыуы көтөлә.
Алдағы көндәрҙә Көньяҡ Уралға йылыраҡ һауа массаһы килә башлай. 15 мартҡа һауа температураһының төндә -12,-17, урыны менән -22 градус, көндөҙ 0,-5 градус булыуы күҙаллана.
Читайте нас