Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Март 2018, 12:14

Асҡын районы Яңы Ҡара ауылында байрам уҙҙы

Яңы Ҡарала Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан матур сара үтте. «Ҡатын-ҡыҙ — ерҙең биҙәге» тип исемләнгән байрам кисәһен ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы әҙерләне.

Яңы Ҡарала Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан матур сара үтте. «Ҡатын-ҡыҙ — ерҙең биҙәге» тип исемләнгән байрам кисәһен ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы әҙерләне. Бында йыр-моң, бейеүҙәр, уйын-көлкө, оҫталыҡ дәрестәре үрелеп барҙы. Байрамда Мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте идаралығы етәксеһе Альфред Хажимуллин, Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ҡыямов, район «Ағинәйҙәр ҡоро» рәйесе Йәриә Ялалтдинова, район һәм Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре, редакция хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас